+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 17:52

Дистацион уҡытыу аттестаттары

20 июндә Республика инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгенең дә сығарылыш кисәһе үтте

Башҡортостан мәктәптәрендә аттестат тапшырыу тантаналары үтә
20 июндә Республика инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгенең дә сығарылыш кисәһе үтте. Быйыл мәғариф учреждениеһын 80 уҡыусы тамамланы һәм улар аттестат алыуға баш ҡалаға махсус саҡырылды. Араларында тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшкәндәр бар. Улар Берҙәм дәүләт имтихандарын да уңышлы тапшырған.
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгенең республика буйынса 8 филиалы эшләй. Уларҙа барлығы 554 бала белем ала. Уларҙан һикһәнләп уҡыусы аттестат алыуға баш ҡалаға махсус саҡырылды.
Читайте нас: