+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 17:37

Артур Әхмәтханов иҫтәләгенә

Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә

Май айында вафат булған Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов – ябай полиция хеҙмәткәренән министр вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтте. Башҡортостан Хөкүмәтенә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй көрәш турниры үткәрергә, Салауат районы Малаяҙ ауылында бюст ҡуйырға, Торналы ауылы мәктәбенә уның исемен бирергә ҡушыла. Шулай уҡ Өфөлә Артур Әхмәтханов исеменә кадеттар араһында башланғыс хәрби әҙерлек конкурсы ойошторорға һәм Республика Хәрби дан музейында Милли гвардия ғәскәрҙәре экспозицияһын булдырып Артур Әхмәтханов стендын эшләргә тәҡдим ителә. Һәм Өфө урамдарының береһенә полиция генерал-лейтенанты исемен биреү башланғысы ла ҡарала.Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай указға ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас: