+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 17:19

Ҡышлауйылғала яңы мәктәп

Асҡын район Ҡышлауйылға ауылы балалары яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылаясаҡ.

Ҡышлауйылғала яңы мәктәп
Асҡын район Ҡышлауйылға ауылы балалары яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылаясаҡ. Унда 120 урынға иҫәпләнгән белем усағы төҙөлә, ошо уҡ бинала 60 кескәйгә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла булдырыла. Бөгөнгө көнгә саҡлы газ инмәгән мәктәптәрҙән һуң яңыһы заманса эшләнгән зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыласаҡ. Балаларҙы дүрт ауылдан ике автобус йөрөтәсәк.
Асҡын район Ҡышлауйылға ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына 100 объект программаһы буйынса төҙөлә.
Читайте нас: