“Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл Башҡортостан власы 1 миллиард 700 миллион һум аҡса йүнәлтәсәк, был сумманың 300 миллион һум самаһы – федераль бюджеттан. Был программа һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмергә тейеш, тиелә ведомствола.
Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм ҡатындар һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. 220-нән ашыу ҡорамал һатып алыу маҡсат итеп ҡуйылған.
Ошо эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” проектында ҡаралған. Шулай уҡ Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында яңы балалар поликлиникалары төҙөлөүе көтөлә.