Башҡортостандан ситкә сығып эшләүселәр бик күп. 150 мең самаһы кеше даими рәүештә йөрөп эшләй. Мәскәүҙән ҡайтышлай Башҡортостандан ҡырға китеп эшләүселәр менән осрашҡандан һуң: “Бер урынға йыйылып пландар, проблемалар тураһында һөйләшергә мөмкин булыр ине”, – тине Радий Хәбиров. Мөмкинселектәр табып Республика етәксеһе Радий Хәбиров сит өлкәләрҙә эшләп йөрөүселәр менән осрашыуҙы күҙ уңында тота.