Ғафури районының Сәйетбаба ауылы республикабыҙҙа бай тарихы һәм мәҙәниәте булған иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе булып тора. Ул йылдан-йыл үҫә, төҙөкләнә бара. Бөгөн иһә ауылда күп фунциялы үҙәк асылыуы – халыҡ өсөн айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың ярҙамы менән махсус бүлмә булдырылып, ремонт эшләнде. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Сәйфуллин әйтеүенсә, бығаса ябай ғына белешмә өсөн дә алтмыш саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөгән халыҡ күп мәшәҡәттәрҙән ҡотолған. Һәр кеше төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәренән – ғариза биреүҙән башлап башҡарма йәки башҡа төрлө орган ҡарарҙарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем – бер урында файҙаланырға мөмкинлек алған.