+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 19:21

Республика Башлығына кандидаттар

Республика башлығын һайлауҙа – Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Республика Башлығы вазифаһына кандидат итеп һайланды.

Республика башлығын һайлауҙа – Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Республика Башлығы вазифаһына кандидат итеп һайланды.
Өфөлә уҙған сәйәси фирҡәнең конференцияһында бар кандидаттар ҙа үҙ программалары менән таныштырҙы. Хәбәр итеүебеҙсә, праймеризда 4 кеше ҡатнашты, улар - Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев, "Рәсәй терәге" ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев әйтеүенсә: “Радий Хәбировтың һайлау алды программаһы милли проекттарҙа билдәләнгән йүнәлештәргә нигеҙләнгән”. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһендә республика башлығын һайлауҙа Радий Хәбировтың еңеүендә шикләнмәйҙәр.
Һайлауҙа ҡатнашырға ҡарар иткән партиялар 20 июнгә тиклем кандидаттарын тәҡдим итергә тейеш. Башҡортостан башлығын һайлау 8 сентябрҙә үтә.
Читайте нас: