+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 19:00

Дауаханалар

Башҡортостанда дауахана-поликлиникалар бер төрлө итеп биҙәлә һәм йыһазландырыласаҡ.

Барыһы ла бер төҫтә
Башҡортостанда дауахана-поликлиникалар бер төрлө итеп биҙәлә һәм йыһазландырыла. Республикала ошоға йүнәлтелгән проект ғәмәлгә ашырыла.
Мәҫәлән, Өфөләге 17-се дауахана ҡыҙғылт-һары төҫкә буялған. Ҡабул итеү урыны иркен, бәләкәй тәҙрәләр юҡ. Электрон сират булдырылған, йәғни, кешеләр номер яҙылған талондар буйынса ҡабул ителә. Республикала тәү сиратта яңы төҙөлгән медицина учреждениеларын ошо рәүешле йыһазландырыу бурысы ҡуйылған.
Шул уҡ ваҡытта Әбйәлил районы Тупаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Медицина учреждениеһы өлгөлө проект буйынса төҙөлгән. Эҫе һәм һыуыҡ һыу, канализация, тәбиғи газ һәм кондиционер системаһы менән тәьмин ителәсәк. Төҙөлөш – фельдшер, процедура, көндәлек һәм санитар бүлмәләренән тора.
Читайте нас: