+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 19:16

Ҡаланың почетлы граждандары

Өлфәт Мостафин ҡаланың почетлы граждандары менән осрашты...

Өлфәт Мостафин ҡаланың почетлы граждандары менән осрашты
Ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, күренекле композитор Рим Хәсәнов, балерина Элеонора Ҡыуатова һәм баш ҡала тормошоноң төрлө өлкәләрендә эшләп дан ҡаҙанған арҙаҡлы шәхестәр.
Осрашыу барышында уларҙы баш ҡаланың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, юлдар һәм урамдарҙы төҙөкләндереү, социаль-мәҙәни һәм спорт объекттары төҙөлөшө, шулай уҡ Өфөлә быйыл үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Өлфәт Мостафин баш ҡаланың почетлы граждандарын яҡынлашып килгән Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көндәре менән ҡотлап, уларға ҡала үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәтен еткерҙе.
Читайте нас: