+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 15:25

"Нева әкиәттәре" конкурс-фестивалендәге еңеү

Ғафури районы Красноусол ауылынан Илшат Хәбибуллин етәкләгән "Быҙыбыт" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара "Нева әкиәттәре" конкурс-фестивалендә "Урал ынйылары" тигән стилләштерелгән башҡорт бейеүе менән 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды!

"Башҡорт бейеүҙәре бөтәһенә лә бик оҡшай, Питер тамашасылары ихлас алҡыштарға күмеп ҡараны. Ә инде Санкт-Петербургтың Һарай майҙанында репетиция яһағанда, ҡаланың ҡунаҡтары, туристар уратып алып, дәррәү алҡыштарға күмде. Ә инде конкурстың жюри председателе талантлы балалар тәрбиәләнгән төбәкте килеп күрергә теләген белдерҙе!" – ти "Быҙыбыт"тың етәксеһе.
Афарин, балалар! Афарин, Илшат Хәтим улы! Башҡортостаныбыҙҙың, Ғафури районының данын арттырып, башҡорт бейеүҙәрен тағы ла юғары үрҙәргә күтәреп ҡайтыуығыҙға оло рәхмәтлебеҙ! Яңынан-яңы уңыштар һиңә, "Быҙыбыт"!!!
Читайте нас: