2019 йылда Башҡортостанда беренсе ярҙам күрһәтеү һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса 336,7 млн һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Милли проекттың төп маҡсаты – ҡаланан алыҫ ятҡан райондарҙа, ауылдарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү, кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу.
Регионда бөтәһе 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты (ФАП),7 мобиль флюорограф, 20 күсеп йөрөүсе ФАП төҙөү планлаштырылған.Шулай уҡ дауаханаларҙа сираттарҙы булдырмаҫ өсөн кәрәкле модулдәр эшләйәсәк. Профилактик медицина тикшеренеүҙәре үтеү ҙә ҡаралған.