+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 16:46

күргәҙмә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан картиналар күргәҙмәһе асылды.

Картиналар күргәҙмәһе
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан картиналар күргәҙмәһе асылды.
“Әсәлек таланттарҙы аса” проекты бөтөн республикаға йәйелдерелгән, унда ҡатнашыуға заявкалар барлыҡ ҡала-райондарҙан килгән. Унда 15 рәссамдың эштәре ҡуйылған. Һәммәһе – 614 картина, 194 автор үҙ эштәрен балалар йорттарына, приюттарға ҡуйыу өсөн биргән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында “Әсәлек таланттарҙы аса” ижади вернисажын ойоштороу комитеты рәйесе, республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова, Дәүләт Думаһы депутаты Оксана Пушкина, шулай уҡ республика парламенты депутаттары, башҡарма власть органдары, ижади йәмәғәтселек вәкилдәре, был эштәрҙең авторҙары һ.б. ҡатнашты.
“Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү – дәүләттең, йәмғиәттең төп бурысы, – тине сығышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Күргәҙмәнең Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Республикабыҙҙа был байрам һәр саҡ киң билдәләнә. Беҙ тәрбиә эшендә халыҡ йолаларына таянабыҙ, тупланған тәжрибәне йәш быуынға тапшыра киләбеҙ”.
Читайте нас: