+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 17:05

Хеҙмәттәшлек форумы

"Молдова Республикаһы – Рәсәй төбәктәре" форумында ике яҡ өсөн дә иҡтисад, мәҙәниәт өлкәһендә лә яңы өс мөһим килешеү төҙөлдө. Өфө – Гагаузия, Кушнаренко – Окницкий, Ишембай һәм Бессарабия райондары биләмәләре араһында хеҙмәттәшлек проколдарына ҡул ҡуйылды.

Өфөлә эшлекле хеҙмәттәшлек форумы
"Молдова Республикаһы – Рәсәй төбәктәре" форумында ике яҡ өсөн дә иҡтисад, мәҙәниәт өлкәһендә лә яңы өс мөһим килешеү төҙөлдө. Өфө – Гагаузия, Кушнаренко – Окницкий, Ишембай һәм Бессарабия райондары биләмәләре араһында хеҙмәттәшлек проколдарына ҡул ҡуйылды.
Молдова – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Евросоюз, Төркиә менән ирекле сауҙа алып бара, шулай уҡ илдә етештерелгән тауарҙарҙы пошлинаһыҙ һатыу мөмкинлеге бар, интернет бәйләнеше үҫешкән, рус телендә аралашыуҙа ла сикләүҙәр, ҡыйынлыҡтар юҡ.
Форум ҡунаҡтары киләсәктә беҙҙең төбәкте йәшелсә-емеш, консервация тауарҙары, дарыу менән тәьмин итергә, туризм буйынса хеҙмәт күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Ә Башҡортостан иһә, Молдоваға үҙебеҙҙә етештерелгән автобус, троллейбус, ауыл хужалығы техникаһы, ашламалар, нефть химияһы тауарҙарын тәҡдим итте.
“Республика менән Молдова араһында тауар әйләнешен үҫтереү өсөн ҡеүәтебеҙ бар. Алға барған кеше юлдың осона сығыр тигәндәй, бер йылдан башҡа күрһәткестәр тураһында һөйләрбеҙ. Беҙ ҙә был бәйләнештәрҙе үҫтереү яғында. Көҙ Кишиневҡа барасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Әлбиттә, 3,5 миллиондан ашыу кеше йәшәгән һәм 33 846 квадрат километр майҙанды биләгән Молдова Республикаһы эргәһендә дүрт миллиондан ашыу халыҡлы, майҙаны 142 947 квадрат километр тәшкил иткән Башҡортостан күпкә ҡеүәтле.
Молдова президентының Башҡортостанға килеүе – тарихи ваҡиға, тип билдәнеләр сарала ҡатнашыусылар, сөнки быға тиклем “ҡояшлы” илдең бер генә етәксеһе лә башҡорт ерендә булмаған. Тимәк, ике яҡ та “Молдова Республикаһы – Рәсәй төбәктәре” форумында үҙ тарихында яңы бит асты.
Читайте нас: