Баймаҡ ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт паркында көн буйы йыр-моң, уйын-көлкө, кескәйҙәрҙең шат тауыштары яңғырап торҙо. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сарала бер нисә майҙансыҡ эшләне. Спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, хатта “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында ла ҡатнашыусылар бик әүҙем булды. Байрамда ата-әсәләр комитеты, атайҙар ҡоро, “Өмөт” клубы ағзалары, тәрбиәгә алынған балалар һәм башҡалар ҡатнашты. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ойошторолған һабантуйҙа һәр кем үҙенсә күңел асты, кәйефен күтәрҙе, йырлап-бейене. Байрамда балаларҙың шат көлөүе, рәхәтләнеп уйнауы һәр кем күңеленә ял бирһә, ә уларҙың үҙҙәренә яҡты, сағыу тәьҫораттар өҫтәгәндер.