27 май ил президенты указы менән Бөтә Рәсәй китапханалар көнө тип иғлан ителгән. Бөгөн китапханаларҙа ҡулланыусыларҙың мәғлүмәт һәм мәҙәни ихтыяжын тәьмин итеү маҡсатында электрон каталогтар булдырыла, китапханалар интернетҡа тоташтырылған компьютерҙар менән йыһазландырыла.