Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында үткән 5-се Граждандар форумында ошо хаҡта белдерҙе. Ултырышта ҡатнашыусы республика район-ҡалаларынан йыйылған социаль хеҙмәткәрҙәр, коммерция булмаған ойошма вәкилдәре шулай уҡ гражданлыҡ институттарын үҫтереү, йәмәғәт ойошмаларын борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышты.