Өфөлә балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сара “Һаумы, йәй!” тип аталған девиз аҫтында үтәсәк. Был байрам Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙансыҡта 31 майға ҡуйылған. Шулай уҡ йыр-бейеүҙәр, уйын-ярыштар менән һуғарылған сара Башҡортостандың һәр бер район, ҡалаһында буласаҡ. Был көндәрҙә балалар өсөн 18 берәмек майҙансыҡ эшләйәсәк.