-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2019, 16:59

Йәйге лагерҙар

Бер балаға йәйге лагерга путевка хаҡы төбәк ҡаҙнаһына 17 мең һумға төшәсәк.

Йәйге лагерҙар
Уҡыу йылы тамамланыу менән йәйге ял көндәрендә ата-әсәләр: “Балаларҙы ҡайҙа ҡалдырырға икән?” – тип баш ватмайҙар. Ни өсөн тигәндә хәҙерге көндә Башҡортостандың 390 меңдән ашыу баланы ҡабул итергә әҙер торған йәйге һәм мәктәп лагерҙарының, шифаханаларҙың ишектәре асыҡ. Был бит яҡынса ғына алғанда ла уҡыусыларҙың 83 процентын тәшкил итә. Был хаҡта Хөкүмәттәге ултырышта һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеп үтте.
Балалар өсөн мәктәптәр янында 1407, ҡалалар ситендә 110, 985 хеҙмәт һәм ял, 37 палаткалы, 85 профилле лагерҙар, 27 шифахана әҙерләнгән. Ошо маҡсатта республика бюджетынан – 1,5 миллиард, муниципалитеттарҙан 272,2 миллион һум аҡса бүленгән. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, бер балаға путевка төбәк ҡаҙнаһына 17 мең һумға төшәсәк.
Читайте нас: