+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2019, 15:20

Әлифба байрамы

Беренсе класты тамамлаусыларҙы, уҡыу алдынғыларын, төрлө конкурстарҙа: спорт уйындарында, һүрәт төшөрөүҙә һәм башҡа төр ярыш-конкурстарҙа ҡатнашҡан өлгөр уҡыусыларҙы диплом, грамоталар менән бүләкләне.

Әлифба байрамы
Шаулап-гөрләп мәктәп-гимназияларҙа “Әлифба байрам”дары уҙа. Ошо көндәрҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында ла “беренсе”ләр беренсе тапҡыр тигәндәй ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр алдында йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Үҙҙәренең йыл буйына йыйып килгән уңыштары, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Ә уҡыусыларҙың бар яҡлап та өлгәшеүҙәре туранан-тура уларҙың беренсе уҡытыусыларына бәйле. "Аҡбуҙат" та тәүге тапҡыр беренселәргә Әлифбаның битен башлап асыусы, хәреф-өндәр менән таныштырыусы, матур итеп таяҡтар һыҙырға, хәрефтәр яҙырға, ҡушыу-алыу серҙәрен өйрәтеүсе һәр-бер уҡытыусыға, һәм шулай уҡ 1 "А" класс етәксеһе: Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәноваға ҙур рәхмәтен еткерә.
Гимназия етәкселәре лә, уҡытыусылары ла буш килмәгән был байрамға. Беренсе класты тамамлаусыларҙы, уҡыу алдынғыларын, төрлө конкурстарҙа: спорт уйындарында, һүрәт төшөрөүҙә һәм башҡа төр ярыш-конкурстарҙа ҡатнашҡан өлгөр уҡыусыларҙы диплом, грамоталар менән бүләкләне. Афарин, "Аҡбуҙат"тың тоғро дуҫтары!
Читайте нас: