+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2019, 13:26

Башҡортостан менән Финляндия дуҫлығы.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге Илсеһе Микко Хаутала менән осрашты.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге Илсеһе Микко Хаутала менән осрашты.
Һөйләшеүҙә иҡтисади, гуманитар, социаль өлкәләрҙәге артабанғы хеҙмәтәшлек йүнәлештәре ҡаралды.
Радий Хәбиров Башҡортостан менән Финляндияны электән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләүен билдәләне. Беҙҙең ауыл хужалығы уларҙы һөттән алып балға тиклем тәьмин итә.
Республикабыҙҙа фин ауыл хужалығы техникаһына ҡыҙыҡһыныу, уларҙы йыйыу производстволары, хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәктәре ойоштороу ниәте лә бар.
Өҫтәүенә, төҙөлөш тармағында һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ла хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән яҡшы мөмкинлектәр булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Микко Хаутала һүҙҙәренсә, Финляндияла, мәҫәлән, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү өлкәһендә бай тәжрибә тупланған. “Газ. Нефть. Технология” форумында был мәсьәлә буйынса “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторолдо. Финляндия “сүп-сар реформаһы”н тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға, иң яҡшы тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашырға әҙер.
Читайте нас: