+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2019, 17:26

"Газ. Нефть. Технология"

Өфөлә "Газ. Нефть. Технология" тигән 27-се халыҡ-ара күргәҙмә асылды. Форум Рәсәйҙең 37 төбәгенән һәм 10 сит илдән 350-нән ашыу компанияны, тармаҡтың алдынғы белгестәрен, фән, сәнәғәт, бизнес эшмәкәрҙәрен үҙенә берләштергән.

Сараны республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров асты. Ул ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, форумдың әһәмиәтен билдәләп үтте.
– Иҡтисадта нефть һәм газ тармағы ла үҫешә. Форумда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булһын өсөн, беҙ фекер алышыу өсөн ҡыҙыҡлы темалар уйларға тырыштыҡ. Шуға ла ошо тармаҡта һанлы трансформацияға күсеү буйынса күргәҙмә ойоштороуҙы һәм кәңәшләшеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип таптыҡ, – тине төбәк етәксеһе үҙенең сығышында.
Читайте нас: