+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2019, 13:08

«Сәләмәт республика – сәләмәт регион» акцияһы

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт регион» акцияһы дауам итә. Был ҙур күләмле проект беренсе тапҡыр бөтә райондарҙы ла үҙ эсенә алып үткәрелә.Республиканың ауыл халҡы өсөн диспансеризация үтеү, медицина ярҙамын бар кеше лә үтә алһын өсөн уйланылған был милли проект.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика буйынса бөтәһе 22 күсеп йөрөүсе медицина модуле эшләйәсәк. Дыуан, Нефтекама, Октябрьский,Стәрлетамаҡ, Белорет маршруттары буйынса 5 автопоезд таралып, эш башлаған. Шулай уҡ күсеп йөрөүсе диагностик үҙәктәр, флюорографтар, маммографтар ауыл халҡын ҡабул итә.
Акция барышында 24 мең кеше тикшерелгән дә инде.370-е маммография, 7 мең тирәһе флюорография үткән.
«Сәләмәт республика – сәләмәт регион» акцияһы 2019 йылдың 10 октябренә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: