Рәсәй Президенты Владимир Путин XII Халыҡ-ара HeliRussia-2019 вертолет индустрияһы күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе. Телеграмма Кремль сайтында баҫылды.
"Был форумдың программаһы һәм бай экспозицияһы сит илдәрҙең белгестәрен һәм эксперттарҙы үҙенә йәлеп итә. Илебеҙҙең вертолет индустрияһы үҙенең эше, үҫеш кимәле менән донъя баҙарында тағы ла бер ҡат ныҡлы раҫланы", – тиелә телеграммала.
Президент шулай уҡ фәнни-тикшеренеү үҙәктәренең, конструкторҙар бюроһының, юғары квалифткациялы һәм үҙ эшен яҡшы белгән һөнәр эйәләренең тырышлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был күргәҙмәнең вертолет төҙөү эшен тағы ла йәнләндереүенә ышаныс белдерҙе.
XII Халыҡ-ара HeliRussia-2019 вертолет индустрияһы күргәҙмәһе Мәскәүҙә 16 майҙан 18 майға тиклем барасаҡ. Унда 19 илдән 250 компания үҙенең эшен тәҡдим итәсәк.
HeliRussia-2019 күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар араһында шулай уҡ «КумАПП» АЙ башҡорт компанияһы ла бар. ул "Рәсәй вертолеттары" вертолет төҙөү холдингына инә. «Ка» маркалы вертолеттар донъя буйынса 30-ға яҡын илдә ҡулланыла. Заводтың барлыҡҡа килеүенән алып бында 3 000 осоу аппараты етештерелгән.