+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 18:07

Туған телдә диктант яҙыу

...бөтә донъяға таралып йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашасаҡ...

Быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса ойошторолған сарала Башҡортостандан, хатта Рәсәйҙән генә лә түгел, ә бөтә донъяға таралып йәшәгән башҡорттар ҙа ҡатнашасаҡ. Улар йәшәгән ерендә үҙҙәренең туған телен ниндәй кимәлдә белеүен, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлап, белемен арттырыу теләге менән диктант яҙырға киләсәктәр.
Был күләмле ҙур сарала: Ҡаҙахстан, Төркиә, Ҡытай, Бөйөк Британия, Германия, Канада, АҠШ һәм дә башҡа сит илдәр ҙә ҡатнашыу теләген белдергән.
Читайте нас: