“Торатау” конгресс-холында бөгөн “Әсәлек таланттар аса” тип аталған ижади вернисаж эш башланы. Унда төрлө һөнәр эйәһе булған әсәләрҙең картиналары урын алған. Уларҙың күбеһе рәсем төшөрөү менән йә йөклө саҡта, йә сабыйы тыуғас шөғөлләнә башлаған. Вернисажда республикабыҙ етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбированың да эштәрен күрергә мөмкин. Әйткәндәй, үҙенсәлекле проектты ла тап ул ойошторҙо.