+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 14:36

«Эко-Сити» сүп-сар айырыу үҙәге

16 майҙа Башҡортостандың Ишембай районында региондағы иң ҙур «Эко-Сити» сүп-сар айырыу комплексы асылды.

16 майҙа Башҡортостандың Ишембай районында региондағы иң ҙур «Эко-Сити» сүп-сар айырыу комплексы асылды.
Ул йылына 200 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртәсәк. Был комплексты инвестициялау өсөн 600 млн һум аҡса бүленгән. Бөгөнгө көндә бында Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һәм яҡын-тирә райондарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар килтерелә. Комплексҡа ингән ерҙә сүп-сар ауырлығын тикшереү ҡаралған. Сүп-сар ике төрлө айырыла. Дөйөм массанан 30-ға яҡын файҙалы фракциялар алынасаҡ. Һуңынан сүп-сар эшкәртеү заводтарына ебәреләсәк. Эшкәртелмәгән сүп-сар юғары технологиялы ҡоролмалар менән пресслап, биләмәлә ҡатлап һалынасаҡ. Ә бигерәк ҙур ҡалдыҡтарҙы мобиль шредер ярҙамында ваҡлау ҡаралған.
Читайте нас: