+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 12:45

"Дөрөҫлөк һәм ысынбарлыҡ" медиафорумы

Ил президенты Владимир Путин төбәктәрҙәге матбуғат сараларының "Дөрөҫлөк һәм ысынбарлыҡ" медиафорумында ҡатнашты.Сарала журналистар, блогерҙар, федераль матбуғат сараларының баш мөхәррирҙәре һәм етәкселәре дәүләт проектарының тормошҡа ашырылыуы һәм башҡа актуаль мәсьәләләр хаҡында һөйләште.

Ил президенты Владимир Путин төбәктәрҙәге матбуғат сараларының "Дөрөҫлөк һәм ысынбарлыҡ" медиафорумында ҡатнашты.
Сарала журналистар, блогерҙар, федераль матбуғат сараларының баш мөхәррирҙәре һәм етәкселәре дәүләт проектарының тормошҡа ашырылыуы һәм башҡа актуаль мәсьәләләр хаҡында һөйләште.
- Беҙ илде үҫтереү буйынса ҙур саралар башланыҡ: был төҙөлөш, демография, сәләмәтлек һаҡлау, төҙөлөш һәм башҡалар. Тағы бер тапҡыр әйтеп үтәм: аҡса федераль бюджеттан бүленә, ә мөһим бурыстар төбәктәргә ҡуйылған. Беҙгә сараларҙың һөҙөмтәһе кәрәк. Уларҙы кеше тойорға, ил үҫергә, нығый барырға, көслө һәм йәшәү өсөн уңайлы булырға тейеш, - тине Владимир Владимирович.
Медиафорумға Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән "Дөрөҫлөк һәм ысынбарлыҡ" конкурсында еңгән журналистар йыйылды. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ төбәгенән ҡыҙыҡлы, сетерекле, проблемалы темалар, сюжеттар менән килгән. Журналистар күтәргән мәсьәләләр буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ойошторолдо.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин
Читайте нас: