+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 14:00

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10.00 башлана.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә — 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10.00 башлана.
Диктант үткәреләсәк төп майҙансыҡтар:
Башҡорт дәүләт университетының төп уҡыу корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32) 2-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 1-се аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3а) 202-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 206-сы аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн).
Альтернатив майҙансыҡтар БДУ филиалдарында, Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге дөйөм, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениеларында булдырыла.
Баш ҡалабыҙҙа, диктант яҙырға теләүселәргә, “Арт клубы” (Карл Маркс урамы, 37/1-се корпус, 310-сы кабинет), Территория 3000, “Ҙур Нәнәй” (Менделеев урамы, 134/7, 3-сө ҡат, А и Б инеү урыны), “Радость есть” кафеһында (Пушкин урамы, 94) майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.
Читайте нас в