+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 18:00

башҡорт теленән диктант

18 майҙа сәғәт иртәнге 10.00 халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу ойоштороласаҡ.

Ә һеҙ, онотманығыҙмы? 18 майҙа сәғәт иртәнге 10.00 халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу ойоштороласаҡ. Әгәр ҙә теләгегегеҙ булһа, һеҙ ҙә тороп ҡалмағыҙ. Сараның төп ойоштороусыһы Башҡорт дәүләт университеты. Маҡсаты хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, йыл һайын үткәрелә торған ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.
Барыһы телдә ирекле һөйләшкәндәр өсөн һәм телде яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн ике төр диктант яҙҙырыласаҡ. Төп майҙансыҡтар БДУда һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында. Ә инде альтернатив майҙансыҡтар БДУ филиалдарында, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге, яҡын һәм алыҫ илдәрҙәге дөйөм, урта һәм махсус белем биреү учреждениеларында булдырыла.
Читайте нас: