Рәсәй хеҙмәт Министрлығы Конституция ҡанундарына өҫтәмә үҙгәрештәр индерергә әҙерләй. Һүҙ йыл һайын бирелә торған түләүле ял көндәре, йәғни, отпуск тураһында барасаҡ. Бөгөнгә билдәле булған 28 көнлөк отпускаға тағы ла бер көн өҫтәләсәк. Был иһә, 40 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ һаулыҡтарын нығытыу, йәғни диспансеризация үтер өсөн һәр йыл һайын биреләсәк көн. Билдәле булыуынса, әлегә тиклем өҫтәмә көн 3 йылға бер ҡабатланған.