+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2019, 17:01

Шахмат буйынса турнир

Беренсе таҡтала уйнаған Өфөнөң 93-сө гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Юлиә Григорьева һәм Шишмә биҫтәһенең 1-се мәктәбенән 15 йәшлек Камилла Байбурина ҡатнашты. Улар йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан төрлө титулдағы спорт оҫталарына бирешмәй тейешле ҡаршылыҡ күрһәтте.

Башҡортостандың “Толпар” командаһы Сочи ҡалаһында уҙған шахмат уйыны буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, үҙ командаһына 5 мәрәй килтерҙе. Европа һәм Бөтә донъя буйынса ярыштарға ҡатнашып, тәжрибә туплап өлгөргән 13 команда араһында һәләтле “йондоҙсоҡтар”ыбыҙ 9 турҙың 2-дә лайыҡлы еңеү яуланы, ә бер турҙы тигеҙлек иҫәбе менән япты. Беренсе таҡтала уйнаған Өфөнөң 93-сө гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Юлиә Григорьева һәм Шишмә биҫтәһенең 1-се мәктәбенән 15 йәшлек Камилла Байбурина ҡатнашты. Улар, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, төрлө титулдағы спорт оҫталарына бирешмәй тейешле ҡаршылыҡ күрһәтте. Башҡортостан республикаһының шахмат федерацияһы әйтеүенсә, “Толпар”ҙың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы илебеҙҙә уҙғарылған киләһе чемпионат ярыштарында ла ҡатнашыуҙа үҙ урынын яуланы. Йәштәр менән бер рәттә ярышҡан спорт тренерҙары Карина Әбсәләмова – 3 мәрәй һәм уҡытыусылары Елена Никитина ла үҙҙәре иҫәбенә 3,5 мәрәй килтерҙе. “Ихласланып күҙәтәм йәш “йондоҙсоҡ”тарыбыҙҙың үҫеүен. Оҙаҡламаҫ арабыҙҙы һәләтле спорт мастерҙары тулыландырыр, улар ҙа беҙҙең менән бер рәткә баҫыр, тип өмөтләнәм” – тине Рәсәй шахмат федерацияһының директор урынбаҫары Александр Ткачев.
Читайте нас: