-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2019, 14:01

Халыҡ-ара балалар уйындары

Президенттың 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара олимпия комитеты булышлығында уҙғарылған 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килеүе күҙ уңында тотола.

Президенттың 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара олимпия комитеты булышлығында уҙғарылған 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килеүе күҙ уңында тотола.
Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев һүҙҙәренсә, Өфөлә дәүләт башлығын «Торатау» геопаркы проектының концепцияһы менән таныштырыу ҙа ҡаралған.
Парк дүрт уратып алған райондың 3,9 мең квадрат метр территорияһын биләргә, Ғафури районындағы Тоҙйылғаны («Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан халыҡ-ара әһәмиәттәге объект) һәм Стәрлетамаҡ районындағы Йөрәктау шиханын үҙ эсенә алырға тейеш. Эшкәртелгән Шахтау шиханы ла паркка индерелә.
Парк инеү сикләнгән һәм инфраструктура, сервис урынлашҡан рекреацион зоналарға бүленә. Йәйәүлеләр, велосипед һәм автомобиль юлдары паркта төп файҙаланыу объекттары булырға тейеш. Туристарға махсус экскурсия маршруттары тәҡдим ителә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, геопарк проекты 2020 йылдың көҙөнә әҙер була. Ул саҡта «Торатау»ҙы халыҡ-ара статусын алыу өсөн ЮНЕСКО эгидаһына индереүгә ғариза бирергә мөмкин. Әле Башҡортостандың тәүге геопаркы — «Янғантау» ошо процедураны үтә башланы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йылдың 12 декабрендә «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.