+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2019, 17:42

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты

Өфө – Аэропорт юлында ремонт эштәре бик әүҙем бара. Әлбиттә, тығында ултырырға тура килгән кешеләрҙән ризаһыҙлыҡ һүҙҙәре ишетергә тура килә.

Өфө – Аэропорт юлында ремонт эштәре бик әүҙем бара. Әлбиттә, тығында ултырырға тура килгән кешеләрҙән ризаһыҙлыҡ һүҙҙәре ишетергә тура килә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, М 5 трассаһынан аэропорт янындағы юлдарҙың юл ҡатламын яңыртыу үтә мөһим.
– Был тәү сиратта водителдәрҙең, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк. Республикала Өфө –Аэропорт юлында хәрәкәт һәр ваҡыт тығыҙ. Бынан тәүлегенә 250 меңгә яҡын автомобиль үтә, – тип белдерә ул. – Һөҙөмтәлә, юл ҡатламы тиҙ сафтан сыға һәм шул сәбәпле гарантия ваҡыты үтәлмәй.
Тәүҙәрәк юлды ремонтлауҙы 5 июлгә тамамлау планлаштырылһа, Салауат Хөсәйенов билдәләүенсә, төп эштәрҙе 15 – 20 июнгә теүәлләү күҙаллана.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектында "төбәк әһәмиәтендәге нормативтарға тап килгән автомобиль юлдары оҙонлоғон 50 проценттан арттырыу һәм юл-транспорт ваҡиғаһы осраҡтарын 2017 йылға ҡарағанда 3,5 тапҡырға кәметеү бурысы ҡуйыла".
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин.
Читайте нас: