-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2019, 13:28

"Балалыҡ векторы – 2019"

15 майҙа Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында III Республика ата-әсәйҙәр форумы үтте. Ул "Балалыҡ векторы – 2019" Бөтә Рәсәй конгресы тарафынан ойошторолдо.

15 майҙа Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында III Республика ата-әсәйҙәр форумы үтте. Ул "Балалыҡ векторы – 2019" Бөтә Рәсәй конгресы тарафынан ойошторолдо.
«Бала саҡ векторы – 2019» Бөтә Рәсәй конгресы башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова федераль балалар омбудсмены башланғысы еңеүселәре күргәҙмәһе менән танышты.
Унда ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау буйынса социаль дәүләт һәм йәмәғәтселек проекттары тәҡдим ителгәйне.
Иң яҡшы төбәк тәжрибәләре араһында Башҡортостандың «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһын, уның ҡарамағындағы «Ғаилә усағы» балалар һәм ата-әсәләр клубын ойоштороу проекты билдәләнде. Улар ғаилә проблемаларын, үҫмерлек осорондағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Бала тәрбиәләүҙә ҡатмарлыҡтары килеп тыуған, үҫмер тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба алмаған, уҡыуға аҙ иғтибар бүлгән осраҡта ата-әсәләр социаль ҡунаҡханаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.
Төп бурыс – балаларҙы йәмғиәткә уңышлы яраҡлаштырыу. Ҡунаҡхана 11-18 йәшлек 18 кешегә тәғәйенләнгән. Бында медицина хеҙмәтләндереүе, социаль-педагогик һәм социаль-психологик реабилитация үткәреү ҡаралған.
Анна Кузнецова проектты юғары баһалап, уны Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил институты булышлығында башҡа төбәктәргә таратырға тәҡдим итте.
Читайте нас в