...Башҡортостан – азат республикам,
Ниндәй иркен һәм бай еребеҙ!
Беҙ атларға тейеш ошо ерҙән
Кескәйҙәр әҙерләгән был сара Кәтибә Кинйәбулатованың “Ҡара тупраҡ” шиғыры менән асылып китте. «Ҡояшлы ил», «Әсәй менән гөл ултырттыҡ» кеүек моңло йырҙарға ҡунаҡтар ҙа ҡушылды. Тыуған еребеҙҙең күренекле шәхестәре, ил батырҙары тарихы тураһында ла бик күп белә икән балалар. Ихлас итеп бейегән ҡыҙсыҡтарҙың «Башҡорт бейеүе», дәртле малайҙарҙың «Егеттәр», 2-се кескәйҙәр төркөмөнөң «Батмустар бейеүе» лә алҡыштарға күмелде.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған был матур сараны баш ҡалабыҙҙың 221-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, музыка етәксеһе һәм мөдире Ләйсән Абдулла ҡыҙы Усманова ярҙамында әҙерләгән. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө лә был кисәнән ситтә тороп ҡалмай, байытып, йәм өҫтәп ебәргән. Бына шулай рухлы байрам бер һулышта шаулап-гөрләп уҙып китте.
Алина Юрис ҡыҙы ЛОҠМАНОВА,