Шарҙар, сәскәләр, шиғри юлдарҙан яҙып эленгән плакаттар менән биҙәлгән зал бүлмәһенә саҡырылған ҡунаҡтар йыйылған. Оҙатып килгән ҡурай моңо аҫтында милли кейем кейгән балалар залға уҙҙы. Йөҙҙәрендә тулҡынланыу һиҙелһә лә, кескәйҙәр юғалып ҡалманы. Тыуған илгә һөйөү, унда йәшәгән төрлө милләт халҡының дуҫлығын данлап яҙған бөйөк шағирҙарҙың ижады менән асып ебәрҙе улар кисәне. Байрам “Күбәләктәр”ҙең оҫта бейеүҙәре, моңло йырҙары, “Тирмә”, “Йәшерәм, йәшерәм яулығымды” уйындары менән ҡушылып үрелеп барҙы. Ә инде залдан ағылған дәртле көйҙәр башҡа төркөмдәргә лә эстафета булып барып еткәндер.