Өфө ҡалаһының 6-сы лицейында "Һаумы, һаумы әкиәт!" ҡала конкурсының һайлап алыу туры үтте. Балалар баҡсалары, ҡала мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары төрлө халыҡ әкиәттәре менән сығыш яһаны. Ғаиләләр ҙә айырым ярышты. Балалар атай-әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән ҡыҙыҡлы әкиәттәр сәхнәләштергән. Балаларға ла, өлкәндәргә лә әкиәт байрамы бик оҡшаны.