+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2019, 13:41

Өҙә баҫа лицейҙар!

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 48 - се башҡорт лицейында, " Дуҫлыҡ " бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр ҡыҙҙар һәм егеттәр бөгөн иҫ киткес һоҡланғыс концерт күрһәтте. Ялҡытҡыс эш көнөнән һуң , түңәрәккә йөрөүсе уҡыусыларҙың йыл буйы үҙләштергән төрлө милләт бейеүҙәрен ҡарап, күңелдәргә ял алып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡайттыҡ.

Өҙә баҫа лицейҙар!
Баҫ, баҫ, баҫ әле,
Иҙәндәре һелкенһен,
Бейемәгәндәр бейеп китһен,
Бейегәндәргә дәрт керһен!
Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 48 - се башҡорт лицейында, " Дуҫлыҡ " бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр ҡыҙҙар һәм егеттәр бөгөн иҫ киткес һоҡланғыс концерт күрһәтте. Ялҡытҡыс эш көнөнән һуң , түңәрәккә йөрөүсе уҡыусыларҙың йыл буйы үҙләштергән төрлө милләт бейеүҙәрен ҡарап, күңелдәргә ял алып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡайттыҡ.
" Дуҫлыҡ " бейеү түңәрәге етәксеһе Зәйнуллина Зәлифә Шамил ҡыҙы оҙаҡ йылдар лицейҙа үҙ эшен әүҙем алып бара һәм ҙур көс һала. Түңәрәктә беренсе синыфтан алып, сығарылыш синыфҡа тиклем балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә, бик күп район һәм ҡала конкурстарында призлы урындар яулап, лицейыбыҙҙы данлай. Төрлө - төрлө бейеү костюмдары тектереүҙә лә Зәлифә Шамил ҡыҙының өлөшө шаҡтай ҙур.
Сәхнәлә зәңгәр күлдә йөҙгән аҡҡоштарҙай гүзәл бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙҙың , халҡыбыҙҙың милли батырҙарына хас һыҙатлы бәһлеүән егеттәребеҙҙең , бигерәк тә саф башҡорт егете Данил Байбулатовтын сығышы һоҡланмаҫлыҡ түгел.
Һәр бер сюжетҡа бейеүҙәр үҙенә генә хас характер менән теүәл һалынған, бейеүҙе өйрәтеүсе бөтә күңелен һалып, тамашасыға барып етерлек итеп ҙур оҫталыҡ менән өйрәткән. Сәхнәлә башҡорт бейеүҙәре " Ҡурай ", " Йылғала " , " Дуҫлыҡ " кеүек бейеүҙәр менән бер рәттән, үзбәк, украин , рус ,татар һәм башҡа милләт халҡының да бейеүҙәре яҡты буяуҙар менән балҡып, күңелдәрҙә айырым бер илаһи тәҫораттар уятты һәм уҡыусылар бөтә оҫталыҡтарын һалып, ихлас башҡарҙы. Ошондай бейеү түңәрәге эшләп килеүенә беҙ, атай - әсәйҙәр, бик шатбыҙ һәм ҡәнәғәтбеҙ. Киләһе йылдарҙа ла ул яңынан - яңы асыштар менән үҫһен, тулыланһын, балалар яратып шөғөлләнһен тигән теләктә ҡалабыҙ. Зәлифә Шамил ҡыҙына артабан да уңыштар, асыштар, ҙур еңеүҙәр һәм түҙемлек теләп, бөтә атай - әсәйҙәр исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм. Бөгөнгө бейеүҙәр концерты барлыҡ тамашасының да күңеленә хуш килгәндер һәм һәр кем ҙур ҡыуаныс менән ял итеп, дәртләнеп таралышҡандыр тип уйлайым. Иманым камил, сәнғәт һөйөп үҫеүсе ул - ҡыҙҙарыбыҙ булғанда, илебеҙҙең киләсәге яҡты, балаларыбыҙ башҡорт рухлы булып, сәнғәтебеҙҙең күгендәге йондоҙҙарыбыҙ әленән - әле тулыланып, яңы асыштар менән көндән - көн үҫер. " Дуҫлыҡ " түңәрәге етәксеһенә һәм унда ҙур теләк менән яратып шөғөлләнеүсе уҡыусыларға артабан да үҫештәр, уңыштар һәм ҡаҙаныштар, киләсәктә сәнғәтебеҙ күгендә иң яҡты йондоҙҙар булып балҡыуҙарын теләп ҡалам. Бөгөнгө һоҡланғыс тамашағыҙ өсөн оло рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас: