+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 17:04

Һуҡырҙар өсөн тактиль карта

Өфө уҡыусыһы, үҙе күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғас, насар күргәндәр һәм һуҡырҙар өсөн Рәсәйҙең тактиль картаһын төҙөгән. Ярослав Егошин 82-се гимназияның 6-сы класында уҡый һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты янындағы технопаркта моделләү менән шөғөлләнә.

Өфө уҡыусыһы, үҙе күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғас, насар күргәндәр һәм һуҡырҙар өсөн Рәсәйҙең тактиль картаһын төҙөгән.
Ярослав Егошин 82-се гимназияның 6-сы класында уҡый. Ул шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты янындағы технопаркта моделләү менән шөғөлләнә. Бер көндө Ярославтың бер күҙе йәрәхәтләнгән һәм ул 2 аҙнаға яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм ҡалған. Шул саҡта ул «һуҡыр балалар ҙа сәләмәт балалар менән бер рәттән географияны өйрәнә алһын өсөн» илдең тактиль картаһын төҙөргә кәрәк тигән ҡарарға килгән.
Карта пазл кеүек йыйыла. 7 сағыу өлөштән тора. Бөтә деталдәргә номер һуғылған. Түбәндәрәк Брайль шрифты менән яҙылған һәр төбәктең тасуирламаһы бар.
Коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары яңы картаны һынап ҡараған. Улар әйтеүенсә, карта бик уңайлы.
Киләсәктә Ярослав Башҡортостандың һәм илдең башҡа төбәктәренең ошондай картаһын төҙөргә уйлай.
Читайте нас: