РФ Һалым кодексына үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Законға ярашлы, мөлкәткә булған һалымдан өҫтәмә рәүештә азат ителергә мөмкин, йәғни күп балалы ғаиләләр фатирҙағы – 5, йорттағы 7 квадрат метр өсөн һалым түләмәй. Мәҫәлән, әгәр быға тиклем һеҙҙең күсемһеҙ милектәге 20 квадрат метр майҙан һалымдан азат ителһә, хәҙер тағы 15 квадрат метр өҫтәлә.