+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2019, 16:46

«Тамыр» күрһәтә, «Тамыр»!

«Тамыр» телеканалы мөхәррире Гөлназ Ишемғолова телевизор ҡараусыларға яҡшы таныш. Матур кәйеф бүләк итеп, кескәйҙәрҙе дәртләндереп, «ӘЮЯ ҡаласығы»нда белем донъяһына әйҙәүсе мөләйем апайҙарын балалар «зәңгәр экран»дан көтөп ала: уйын формаһында алып барылған, зиһенде үҫтереү, өндәрҙе, хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү өсөн иң уңышлы тапшырыу ул.

Башҡортостандың 100 йыллығына арнап «ӘЮЯ ҡаласығы» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Гөлназ Ишемғолова билдәле шәхестәр тураһында телевизион ролик төшөрҙө. Арҙаҡлы шәхестәр исемлеге араһында яҡташыбыҙ, күренекле башҡорт тел ғалимы, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың исеме лә бар.
Яҙмала музейыбыҙҙың бай мәғлүмәттәре – Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың портреты, студент Ж. Кейекбаевтың конспекттары, ғалимдың ҡулъяҙмалары, профессорҙың башҡорт теле буйынса хеҙмәттәре, яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» романы, балалар өсөн ижад иткән китаптары, Жәлил Ғиниәт улының шәхси әйберҙәре, ғаиләһе, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары менән төшкән фотоһүрәттәре, Жәлил Кейекбаев йорт-музейынан күренештәр файҙаланылды.
Читайте нас: