+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 18:38

Уғатарҙар

Өфөлә уғатарҙар бәйгеһе...

Уғатарҙар бәйгеһе
Өфөлә Бөтә Республика буйынса уҡ менән атыу ярыштары уҙҙы. Унда 8 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге мәктәп балалары һәм үҫмерҙәр ҡатнашты. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ҡала, район, ауылдарҙан йыйылған балалар өсөн ойошторолған был матур сара илебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең – 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уғҙарылды. 8-13 йәштәге малайҙар араһында I урынды Учалы ҡалаһынан: Ильяс Ғайсаров, II урынды Өфөнән Салауат Шакиров алһа, ә инде III урынды Ишембайҙан Руслан Шәрәфутдинов яуланы. Ҡыҙҙарға килгәндә, Ишембайҙан Карина Дәүләтова I урынға сыҡһа, II урынға Өфөнән Азалия Таһирова, һәм III урынға Гүзәлиә Абдуллина лайыҡ булды.
Шулай уҡ “Милли кейем” номинацияһында ла 10 ҡатнашыусы һайланды. Һәм уларға ла рус географик берләшмәһе әҙерләгән “Ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалыу” тип аталған номинацияла махсус бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: