+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 14:45

Балалар шағирәһе

Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында балалар шағирәһе, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире Әлфиә Әсәҙуллинаның күркәм юбилейына арналған матур байрам кисәһе үтте.

Кескәйҙәр өсөн дә, ололар өсөн дә матур-матур әҫәрҙәр яҙыусы шағирәне ҡотларға ҡәләмдәш дуҫтары, абруйлы шағирҙар, яҙыусылар, туғандары килгәйне.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары Әлфиә апайҙың шиғырҙарын ятлап ишеттерҙе.
Йыр-моң, шиғриәт тулҡындарына үрелеп барҙы был күркәм сара.
Балалар әҙәбиәтендә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллинаға ғаилә именлеге, сәләмәтлек, ижад ҡыуаныстары теләйбеҙ! Балалар өсөн тағы ла бик күп уҡымлы, фәһемле әҫәрҙәр ижад итергә яҙһын, тиеп теләйбеҙ ихлас күңелле шағирәгә!
Читайте нас: