+8 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2019, 15:22

Ҡоштарҙы һаҡлайыҡ!

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында 40-сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһының 2-се "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән Бөтә донъя ҡоштар көнөнә арналған күркәм сара уҙҙы. Балалар менән иң тәүҙә йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар тураһында әңгәмә үткәрелде.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында 40-сы һанлы башҡорт балалар баҡсаһының 2-се "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән Бөтә донъя ҡоштар көнөнә арналған күркәм сара уҙҙы. Балалар менән иң тәүҙә йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар тураһында әңгәмә үткәрелде. Шулай уҡ ҡышлаусы ҡоштар тураһында ла кескәйҙәр күп нәмә белә икән. Артабан балалар "Башҡортостан ҡоштары" темаһына викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡоштар тураһында матур шиғырҙар ятлап күрһәттеләр.
Музейға килеүсе малайҙар-ҡыҙҙар музей залдарын ҡараны, шулай уҡ бәйләм ептәренән ҡоштар эшләү буйынса мастер-класта ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар күмәкләп "Ҡоштар килә " йырын йырланы. Аҙаҡтан музей алдындағы ағастарға тағараҡтар элде. Барыһы ла: "Әйҙә, ҡошсоҡтартар ҡыуанышып ем ашаһын!",- тип теләне.
Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә матур итеп ойошторолған байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: