+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2019, 16:41

100 йыл

“100 йыллыҡ юбилейың менән, Республикам Башҡортостан!”

Тыуған илем – тыуған ерем минең!
Беҙ, Шаҡша биҫтәһенең 122-се Башҡорт гимназияһының 2-се “А” класы уҡыусылары. Аҡбуҙат журналын ҡунаҡҡа саҡырып “100 йыллыҡ юбилейың менән, Республикам Башҡортостан!” исемле кластан тыш сара ойошторҙоҡ. Байрамыбыҙҙы класыбыҙҙың иң әүҙем уҡыусылары: Асҡар Ҡасҡынов менән Ассель Миһранова алып барҙы.
Урман-тауҙарға, йылға-күлдәргә, шул уҡ ваҡытта данлыҡлы кешеләргә лә бай беҙҙең илебеҙ. Тарихта үҙ урынын алып торған, тыуған ерен данлап йәшәгән батырҙар, уны үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән билдәле оло шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр йыйып викторина уйыны уҙғарҙыҡ. Башҡортостаныбыҙҙың бөйөк шағирҙары: Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләнек. Йыр, бейеүҙәр менән һуғарылған сараны, тоғро дуҫыбыҙ “Аҡбуҙат” менән бергә уйын, йомаҡтар менән тулыландырып, ихлас итеп үткәреп ебәрҙек.
Разия Сөләймән ҡыҙы ЗӘЙНИТДИНОВА,
Башланғыс кластар уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғәриф алдынғыһы.
Читайте нас: