+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2019, 15:07

Йыл уҡытыусыһы

“Тылсымлы һандыҡ” рубрикаһында балаларҙы бик матур бүләк көтөп торған. Миләүшә Рамазан ҡыҙы, һандыҡты асып, уҡыусыларға “Аҡбуҙат” журналына яҙылған квитанция тотторҙо.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Ғирфанова Миләүшә Рамазан ҡыҙы Өфө ҡалаһының 18-се урта мәктәбендә асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес “Аҡбуҙат” журналының рубрикалары буйлап сәйәхәт формаһында ойошторолдо. 4-се класс уҡыусылары өсөн ул бик уңышлы уйланылған ине.
“Башҡорт телендә һөйләшәм” рубрикаһында тел шымартыу күнекмәләре эшләһәләр, “Тәбиғәт – изге йортобоҙ” рубрикаһында Гөлфиә Юнысованың әҫәре буйынса фекер алыштылар. Яңы темаға ҡағылышлы һорауҙар уҡыусылар менән бергә сиселде. Балалар рәнйетелгән муйыл ағасын һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ тәҡдимдәрен әйтте, тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау буйынса ҡараштарын еткерҙе.
“Бәпембә” рубрикаһында, төркөмдәргә бүленеп, ижади эштәр башҡарҙылар. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһенә, сағыу артислыҡ һәләтенә һоҡланып, был класта Беләрмәндәр, Үҫәрмәндәр, Һөнәрмәндәр уҡый икән тип шатландыҡ.
“Тылсымлы һандыҡ” рубрикаһында балаларҙы бик матур бүләк көтөп торған. Миләүшә Рамазан ҡыҙы, һандыҡты асып, уҡыусыларға “Аҡбуҙат” журналына яҙылған квитанция тотторҙо. Барыһы ла бындай ҙур бүләктән сикһеҙ ҡыуаныс кисерҙе.
Сәйәхәт формаһында ойошторолған дәрес бер тында үтеп китте. Балаларҙың “Аҡбуҙат”тың рубрикалары менән яҡындан танышыуы журналға ҡыҙыҡһыныу тойғоһон арттырҙы.
Зөлфиә Шәрәфетдинова,
Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: