-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2019, 18:46

ҠУРСАҠ ТЕАТРЫН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры оҙаҡламай капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр. Проекттың хаҡы 31,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Уны республика бюджетынан финанслаясаҡтар.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры оҙаҡламай капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр. Проекттың хаҡы 31,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Уны республика бюджетынан финанслаясаҡтар.
Төҙөлөш ике сиратта ҡаралған. Тәүгеһендә театр янына дүрт ҡатлы подваллы төкәтмә төҙөләсәк, икенсеһендә театр бинаһы төҙөкләндереләсәк һәм туғыҙ ҡатлы тораҡ йортҡа төкәтеп эшләнгән элекке шлакоблоклы бина емереп ташланасаҡ.
Театрҙың директоры Альберт Имаметдинов хәбәр итеүенсә, төкәтмәлә бәләкәй зал, театр кафеһы, ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив балалар студияһы буласаҡ. Төҙөлөш ваҡытында театр янындағы биләмә лә төҙөкләндереләсәк.
1976 йылда төҙөлгән ҡурсаҡ театры бик иҫкергән, 40 йыл самаһы бында капиталь ремонт эшләнмәгән.
Читайте нас: