+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2019, 17:40

"Наурыҙ" байрамы

Өфөлә 31 мартта Наурыҙ байрамы үтәсәк. Ошо уҡ көндә былау бешереү буйынса чемпионат та старт ала.Был сара «ЕврАзия» агропаркында ( Халыҡтар дуҫлығы проспекты , 21) үтәсәк. Байрам сәғәт 12.00-дә башлана.

Өфөлә 31 мартта Наурыҙ байрамы үтәсәк. Ошо уҡ көндә былау бешереү буйынса чемпионат та старт ала.
Был сара «ЕврАзия» агропаркында ( Халыҡтар дуҫлығы проспекты , 21) үтәсәк. Байрам сәғәт 12.00-дә башлана.
«Барыһын да сифатлы былау менән һыйларға йыйынабыҙ. Бөтә кешегә лә етәсәк, сөнки былау бешерергә 100 литрлыҡ 10 ҡаҙан әҙерләнде», — тине агропарк директорыТимур Мөхәмәтйәнов.
Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, тышта, барыһының күҙ алдында самарҡанд, таджик, үзбәк, бохарс, азербайджан былауҙары бешереләсәк.Теләгән кешеләргә рецептары ла таратыласаҡ. Һәр халыҡ былауының үҙенә генә хас фирма сере бар.
Бынан тыш, ҡунаҡтар милли үзбәк ашы - «сүмәләк» буйынса мастер-класс аласаҡ. Сүмәләк — Урта Азия халыҡтарының киң таралған милли ашы.
Байрамда республиканың төрлө милли мәҙәниәт үҙәктәре халыҡтары: башҡорттар, татарҙар, таджиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, азербайджандар, дағыстандар ҡатнашасаҡ. Улар һәр береһе үҙҙәренең милли тирмәләрен әҙерләп ҡуясаҡ.
Читайте нас: