Тәрбиәселәр һәм ата-әсәләрҙең балалар менән бергә ижад иткән әҫәрҙәрен тупланыҡ. Китаптың тәүге биттәрендә Башҡортостаныбыҙҙы данлап яҙылған шиғырҙар булһа, артабан әкиәттәр урын алған. Берәүҙәр үҙҙәренең әкиәтендә ҡурайҙың серен эҙләһә, икенселәр Башҡортостандың ете мөғжизәһе буйлап сәйәхәткә саҡыра. Бәғзеләр башҡорт халҡының килеп сығыу серен белергә теләй йәки республикабыҙ флагының төҫтәр мөғжизәһен аса, яманлыҡты ҡуйып, яҡшылыҡты өҫтөн ҡуйырға саҡыра, туған тел, тыуған ер ҡәҙере төшөнсәләрен асып һалырға ынтыла.
Йыйынтыҡты балаларҙың сағыу һүрәттәре биҙәй. Беҙ һөйөнөсөбөҙ менән уртаҡлашып, Башҡортостан-илебеҙгә дан йырлаған, уның ете мөғжизәһен барлаған тамаша "Айыухандың ете мөғжизәһе" әкиәтен күрһәттек. Был әҫәр ҙә беҙҙең йыйынтыҡтан алынды.