+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2019, 10:28

Әҙәби дилижанс

Әҙәби дилижанс
Йылдағыса, март аҙағында, бер аҙна буйы, балалар китабы һәм музыкаһы аҙналығы бара. Был сара балалар өсөн бик кәрәкле һәм файҙалы.
47- се моделле балалар китапханаһы һәм “Добрыня”исемле ирекмәндәр отряды, китап һөйөүселәрҙе әҙәби дилижансҡа ултыртып, “Китап менән –ғүмер буйлап” сәйәхәтен башлап ебәрҙе. Улар яратҡан китаптарының биттәре буйынса сәфәргә сыҡты.
«Яҙыусылар баҡсаһы» туҡталышында балалар ҡайһы яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған икәнен билдәләне. Мәҫәлән, А. Пушкинғамы? М. Кәримгәме? И. Крыловҡамы? «Филармония»туҡталышында бөтә донъя музыка ҡоралдары тураһында һүҙ барҙы. Яңғырашы буйынса ниндәй музыка ҡоралы икәнен танырға кәрәк ине. Әгәр фортепьяно, скрипка һәм гитара тауышын тиҙерәк таныһалар, арфа, ҡумыҙ, думбыра тауыштарын асыҡлау ауырыраҡҡа төштө.
Музей экспонаттарына бәйле археологик табыштар, ҡаҙаныштар, халыҡ кәсептәре – умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, туҡыусылыҡ һөнәрҙәре хаҡында «Тыуған яҡты өйрәнеү музейы» туҡталышында иҫкә төшөрөп киттеләр. Ҡыҙҙарға бигерәк тә башҡорт милли костюмдарын тиҙ һәм дөрөҫ итеп кейеү конкурсы оҡшаны. Артабанғы туҡталыш – «Картиналар галереяһы»нда Шишкин, Роннер-Книп картиналары буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. «Әҙәби герой» аллеяһында әҙәби әҫәрҙәр һәм әкиәт геройҙарына бағышланған иҫтәлекле урындар тураһында викторинала, күңелле конкурстарҙа рәхәтләнеп ҡатнашты балалар. Ата-әсәләргә, балаларға әҙәби сәйәхәт бик оҡшаны. Бынан һуң китап уҡымаған көнөбөҙ булмаҫ, тип вәғәҙә бирҙе улар.
Любовь Оснач, китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы
Читайте нас: